Оло Һүрәм йылғаһы буйында Күмертау медицина округы дауаханаһы белгестәре спорт ярыштарында көс һынашты. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларынан ҡунаҡтар саҡырылды. 8 команда волейбол, дартс, уҡ атыу һәм башҡа ярыштарҙа үҙ маһирлыҡтарын күрһәтте, көслөләр асыҡланды."Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған сараны башҡа дауаханалар ҙа күтәреп алды. Тап бында яңы идеялар тыуа, һөнәри бәйләнештәр нығый"- тип билдәләне республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Халфин.