Шаран районы баҫыуҙарында ҡыҙыу эш мәле. Ямғырлы йәйҙән һуң аграрийҙар аяҙ көндәрҙең һәр минуты менән файҙаланып ҡалырға тырыша. Дөйөм алғанда Шаран районы буйынса 43 мең майҙанда урып-йыйыу эштәре күҙаллана. Эшселәр ужым культураларын йыйып алып киләһе аҙнала арпа, рапс, көнбағыш, борсаҡ йыйырға күсә. Ауыл эшсәндәре уңыш менән ҡәнәғәт.
Августың беренсе декадаһы аҙағында төбәк игенселәре төп культураны-яҙғы бойҙайҙы урып-йыйыуға тотонасаҡ. Комбайн артында гүзәл заттар ҙа бар, аграр университет ҡыҙҙары уҡыу практикаһы сиктәрендә Шаран районы баҫыуҙарын һайлаған.