Әбйәлил районы үҙәгендә ике «Башнефть» заправкаһы ла тулы ҡеүәттә эшләй башлаған

Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк хакимиәте башлығы Айрат Әминев хәбәр иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, заправкаларға оҙайлы сират республиканың башҡа төбәктәрендә кеүек Асҡарҙа ла күҙәтелде. Проблеманы хәл итеү өсөн Айрат Әминев Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән, шул уҡ көндө ике бензовоз юлға сыҡҡан. Иң мөһиме: был бер көнлөк акция түгел. Иртәгә лә, унан башҡа көндәрҙә лә бензовоздар киләсәк. Кәм тигәндә ике аҙна ошондай форматта эшләйәсәкбеҙ, тип яҙған Әбйәлил районы хакимиәте башлығы.