Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, апрель башында Ғафури урамы, 54-се йорт адресы буйынса урынлашҡан күп ҡатлы йортҡа дошман БПЛА-һы һөжүменән янғын сыҡты. Әле эшселәр 10-11-се ҡаттағы ике фатирҙы тәртипкә килтерә. Бүлмәләрҙә демонтаж эштәре башҡарылған, стеналарҙы тигеҙләп штукатурка һалыу күҙаллана, электр линиялары яңыртыла. Ике ҡат араһында ишелеп төшкән иҙән алмаштырыла. Ҡала хакимиәте ҡарары буйынса төҙөлөш эштәре октябрь аҙағына тиклем ҡаралған, әммә белгестәр ремонтты графиктан алдараҡ тамамларға ниәтләй.