260 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән заманса учреждение сентябргә әҙер булыр тип күҙаллана. Эшселәр бинаның төп өлөшөн тәртипкә килтереп электр монтажалау һәм сантехника тотоштырыуға күскән. Бында кескәйҙәр өсөн иркен бүлмәләр, ял һәм уйын майҙансыҡтары, спорт залы, ашхана, ижади түңәрәктәр бүлеге, логопед кабинеты ҡаралған. Затон Өфөлә йылдам үҫешкән биләмәләрҙең береһе. Быйыл биҫтәлә 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп асылды.