2 августа Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында байрам саралары үтә. Өфө районындағы был биләмәлә ғәҙәттәгесә, зәңгәр беретлылар һәм уларҙың ғаиләләренең төп майҙансығына әүерелә. Ул осраҡлы һайланмаған, сөнки хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған десантсы Максим Серафимов исемен йөрөтә. Бында геройҙар иҫтәлеген хөрмәт итәләр һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың яңы быуынын тәрбиәләйҙәр. Байрамға килеүселәр өсөн бай програма әҙерләнә. Атап әйткәндә, геройҙар уҙышы, интерактив һәм күргәҙмә майҙансыҡтары, «атай- десантсы» балалар һүрәттәре конкурсы, «Первушин» пилотаж төркөмөнөң һәм республика ижади коллективтарының сығышы көтөлә.