Илеш оҫтаһы милли кейемдәр һәм биҙәүестәр коллекцияһын һаҡлай

Ҡул эштәре-ул ябай мауығыу ғына түгел, ә милли әйберҙәр тыуҙырыу мөмкинлеге лә. Был эш менән шөғөлләнеүсе һәр бер оҫта, ысын мәғәнәһендә, үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын тергеҙеүгә, уны киләсәк быуынға еткереүгә үҙ өлөшөн индерә. Илеш районы Рсай ауылында йәшәүсе Гүзәлиә Сәфиханованың эштәре быға асыҡ миҫал булып тора. Уның милли костюмдары һәм биҙәүестәре бай мираҫты сағылдыра. Башҡортостанда тыуып үҫеп, ғүмеренең күп өлөшөн Сорғотта үткәргән Гүзәл Ғүмәр ҡыҙының коллекцияһы бөгөн ысын музейға әүерелгән. Ул ҡасандыр өләсәһе кейгән әйберҙе лә һаҡлай. Ҡулдан эшләнгән уникаль ҡомартҡыларҙы уға тотош райондан тапшыралар.