Белореттан Матвей Потапов Ҡытайҙа уҙған донъя кубогында бронза миҙалға лайыҡ булды! Ул бәләкәй калибрлы винтовка менән 50 метрҙан атыуҙа өсөнсө урын яуланы. Спортсыны һәм уның тренеры Анатолий Посаженниковты юғары ҡаҙаныштары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Яҡташыбыҙҙы Ҡытайҙан олимпия чемпионы Чанхун Чжан менән Венгриянан күп тапҡыр донъя чемпионы Иштван Пени ғына уҙып китә алды. Матвей Потапов Рәсәйҙең спорт мастеры, халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе һәм призеры, республикабыҙҙың мәргән спортсыларының береһе. Ул донъя кубогындағы уңыштан һуң Олимпия уйындарында ҡатнашыуға дәғүә итә. Барыһы ла мотлаҡ тормошҡа ашһын!, тип яҙған Башҡортостапн башлығы.