- Төрлө ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, улар лайыҡлы күрһәткестәргә ирешә,- тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Әле ужым баҫыуҙарында эш ҡайнай. Баҫыуҙарҙың өстән бер өлөшөндә урып-йыйыу тамамланған. 351 мең тонна уңыш алынған, һәр гектар уртаса 39 центнер бирә. Тиҙҙән борсаҡ, арпа, бойҙай баҫыуҙарында ураҡ башлана.