Фажиғә Өфө районында Михайловка ауылы янындағы күлдә булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ир кеше һыуға һикергән, башы менән һыу төбөнә бәрелгән, аңын юғалтҡан. Уны ярға сығарғандар, әммә ҡотҡара алмағандар. Башҡортосанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 47 кеше батып үлгән.