Мәскәүҙә "Рәсәйҙең архитектура коды" тигән форум ойошторолдо. Премьер-министр Андрей Назаров Өфөләге ВУЗ-ара студент кампусы проекты менән таныштырҙы. Махсус алымдар ярҙамында, барлыҡ 7 башня ла тиҙ арала төҙөлөп бөткән. Тәүге тапҡыр бындай алым коронавирус пандемияһы осоронда ҡулланылған. Ул ваҡытта тиҙ арала 4 модулле инфекция үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. - ВУЗ-ара студент кампусында Ҡытай, Иран, Абхазия мәҙәни үҙәктәре эшләй. Цивилизациялар бәйләнеше өсөн мөхит булдырабыҙ, - тине Андрей Назаров.