Был турала “Башҡорт” позывнойлы яугир белдерҙе. Ул ике йыл элек Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Уға тиклем механизатор булып эшләгән. Әлеге көндә яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта өлкән оператор булып хеҙмәт итә. “Пилотһоҙ осҡос операторҙары разведка алып бара, артиллерия утын теүәлләштерә, һөжүм бурыстарын үтәй, хәрбиҙәргә боеприпастар һәм дарыуҙар еткереүҙә ярҙам итә. Тыныс тормошта ла пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү күнекмәләре төрлө өлкәләрҙә ҙур һорау менән файҙаланыла”,- ти яугир.