Өфөнөң Көрәш һарайы эргәһендәге мәктәп 1 сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыла

1225 урынлыҡ белем усағының асылыуын Глумилин-2 биҫтәһендә йәшәүселәр түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки яңы район әүҙем үҫә, балалы ғаиләләр күпләп йәшәй.

Төп төҙөлөш эштәре тамамланған, мәктәп иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бина 88-се мәктәптең икенсе корпусы буласаҡ. Беренсеһе Рәсәй урамында урынлашҡан. Мәктәптә төрлө профилле кластар-биоинженер, кадет, спорт, айти, бизнес-кластар ойоштороласаҡ. Мәҫәлән, спорт йүнәлешендәге кластар Көрәш һарайы һәм спорт мәктәптәре менән берлектә эшләйәсәк. Заман мәктәптәре тап шундай матур, иркен, яҡшы йыһазландырылған, мәғарифҡа яңы ҡарашлы булырға тейеш. Беҙ быға ынтыласаҡбыҙ, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы.