Башҡортостанда дрондар ял итеүселәрҙе йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү хәүефе тураһында иҫкәртә

Бындай ғәҙәти булмаған рейдты һыу объекттарында кешеләр хәүефһеҙлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса Баш идаралығының пилотһыҙ авиация белгестәре менән берлектә үткәрҙе. Уны уҙғарыу урыны итеп Ҡырмыҫҡалы районындағы һыу акваторияһы һайланды.