Башҡортостанда йәнә урман һәм ҡоро үлән янғындары теркәлде

Уҙған тәүлектә Нуриман районында-урман, ә Иглин районы менән Нефтекамала ҡоро үлән яныу осраҡтары теркәлгән. Бар ерҙә лә ут һүндерелгән. Миҙгел башынан республикала дөйөм майҙаны 87 гектар ерҙә 16 урман янғыны, 331 гектарҙа 207 тапҡыр үлән үртәлеү осраҡтары теркәлгән.