Иглин районында баҡсасылар күптән көткән юл төҙөкләндерелә

Республика властары үҙ проблемалары менән яңғыҙ йәшәгән хужаларға һуңғы йылдарҙа йөҙө менән боролдо. Уларҙың яҡтылыҡ, газ һәм юлдар мәсьәләһе хәл ителә башланы. Иглин районының «Путеец» баҡсасылыҡ ширҡәтенең инеү юлына ҡырсынташ япмаһының беренсе ҡатламы һалынған. Урындағы халыҡ өс тиҫтә йылдан ашыу юл проблемаһын хәл итеүҙе һорап дәүләт органдары тупһаһын күп тапҡырҙар тапарға мәжбүр була. Участканың оҙонлоғо 800 метр, муниципаль контрактҡа ярашлы, 3 миллион ярым һум аҡса бүленгән.

Иглин районында быйыл Аҡбирҙе ауыл биләмәһенә ҡараған «Көньяҡ урман» юлы ла тәртипкә килтереләсәк. Уның контракт суммаһы 18 миллион һум самаһы, оҙонлоғо бер километрҙан ашыу. Яңы подъезд юлын төҙөүгә баҡсасылар ҡыуанып бөтә алмай. Улар, сифатһыҙ юл арҡаһында, яҙлы-көҙлө үҙ участкаларына барып етә алмай яфалана.