Ҡыйғы районы Абзай ауылы мәктәбендә капиталь ремонт эштәре тамамлана

Мәғариф учреждениеһы федераль һәм республика проекттары сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Ә киләһе аҙнанан ремонтҡа бәйле кисектерелгән, йәйге хеҙмәт лагеры үҙ эшен башлаясаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Мәктәп ашханаһынан, хатта ҡала кафе-ресторандары көнләшерлек. Тиҫтәләрсә йыл ашнаҡсы булып эшләгән Ләлә Әсмәндиәрова өсөн дә бындағы үҙгәрештәр көтөлмәгән яңылыҡ. Капиталь ремонттан һуң, мәктәп ашханаһы заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған.

1985 йылғы мәктәптең инженер-коммуникация селтәрҙәре иҫкереүгә бәйле, бинаға капиталь ремонт талап ителгән. «Мәғарифты үҫтереү» федераль проектына инеү һөҙөмтәһендә бында һәр уҡыу бүлмәһе яңыра.

Әйткәндәй, Ҡыйғы районы республикала мәктәптәрҙе инициатив бюджетлау проектын уңышлы файҙаланған төбәктәрҙең береһе. Һуңғы өс йылда ғына районда был йәһәттән тиҫтәнән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Ыңғай үҙгәрештәр Абзай ауылы мәктәбен дә урап үтмәгән.

Капиталь ремонттан мәктәптә полиция класы ла барлыҡҡа киләсәк. Йәғни мәктәп тарихы тағы ла бер яңылыҡ менән тулылана.

Азат Ғәлиуллин