«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса тура бәйләнеш үтте. Һорауҙарға социаль координаторҙар, республиканың хәрби комиссариаты етәкселеге һәм хәрби прокуратура вәкилдәре яуап бирҙе. Документтар йыйыу, дөйөм база өсөн ДНК өлгөләрен тапшырыу һәм һалдаттарҙың туғандары өсөн эш алгоритмы аңлатылды. Бынан тыш, белгестәр яугирҙарҙың туғандарына ярҙам саралары тураһында ла мәғлүмәт бирҙе.