Башҡортостан сит илдәргә етен һата

Был продукция тәүге тапҡыр Төркиәгә оҙатылды. 22 тонна тауарҙы Әбйәлил районы хужалыҡтары әҙерләгән. Республика ауыл хужалығы  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт"милли проекты буйынса сит илдәр менән сауҙаны арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Башҡортостанда быйыл майлы культуралар  700 мең гектар биләй. Был баҫыуҙарҙың  80 мең гектарында етен сәселгән.