Шул иҫәптән меңгә яҡын юллама быйыл бирелгән. Вице-премьер-Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, хәрбиҙәргә ярҙам мәсьәләһе даими контролгә алынған, социаль сәйәсәттә ошоға өҫтөнлөк бирелә. - Сәләмәтләндереү заманса шифаханаларҙа алып барыла. Һәр пациентҡа айырым дауалау программаһы тәғәйенләнә, - тине ул. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары республиканың 15 шифахана-курорт учреждениеһында дауалана ала.