Федераль кимәлдә шундай ҡарар ҡабул ителде. Рәсәй мәғариф министрлығы тәҡдименә ярашлы, тантаналы линейкалар дәүләт флагын күтәреү һәм гимн уйнатыу менән башлана. Махсус хәрби операция ветерандары, шулай уҡ милли-мәҙәни берләшмәләр вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә, улар халыҡтар дуҫлығы һәм Рәсәй киләсәге өсөн дөйөм яуаплылыҡ темаһына сығыш яһаясаҡ.