Башҡоростанда "Ғаиләгә дуҫ ҡала" статусын биреү тәртибе үҙгәрҙе

Республика хөкүмәте ҡарары менән концепцияға төҙәтмәләр индерелде. Документҡа ярашлы, 2028 йылдан ҡалаларға бындай маҡтаулы исем өс йылға бер тапҡыр биреләсәк. Комиссия ултырыштары ла  шундай  йышлыҡта  була. "Ғаиләгә дуҫ ҡала" статусы  балалы ғаиләләр өсөн уңайлы шарттар булдырған муниципалитеттарға  бирелә.  Концепция  2021 йылдан ғәмәлгә  ашырыла. Ул балалар өсөн инфраструктураны  яҡшыртыу, ғаилә  ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән.