Башҡортостан халҡы педагогик династиялар конкурсында ҡатнаша ала

1 августан ғаризалар ҡабул ителә  башлай. Республика мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, бөгөн уҡытыусы абруйын арттырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Был конкурс ошондай эштең бер өлөшө. Уҡытыусы династияһы стажы йөҙҙәрсә йыл менән иҫәпләнә икән, тимәк был хеҙмәт кәрәкле һәм абруйлы. Конкурс финалы ноябрҙә Өфөлә  үтә.