«Салауат Юлаев» клубы яңы миҙгелгә әҙерлек башланы

Алдағы йылдарҙан айырмалы, был юлы тәрән медицина тикшереүе ике көнгә бүленгән. Республика кардиология үҙәге һәм Табип-физкультура диспансеры белгестәре уйынсыларҙың сәләмәтлеген баһалай. Күнекмәләр ҙә ике этаптан торасаҡ. Беренсеһе 16 авгусҡа тиклем, сираттағыһы 21 августан 24-нә тиклем. Улар араһында Өфөлә Башҡортостан Кубогы уйнатыла. Былтыр финанс сәбәптәре арҡаһында турнирҙы ойоштормаҫҡа ҡарар ителде. Унда юлаевсыларҙан тыш, «Барыҫ», «Лада» һәм «Амур» командалары ҡатнаша. Өфө клубы составы бер аҙ үҙгәрештәр кисерҙе. Шуларҙың береһе-Вадим Шипачёвтың Өфөгә күсеүе һәм әлбиттә Шелдон Ремпал менән яңы контракт. Командаға көйәрмәндәргә яҡшы таныш Александр Алексеев та ҡушылды. Һаҡсы һуңғы йылдарҙа «Питтсбург» системаһында уйнай. Ә бына Алексей Василевский менән клуб етәкселеге яңы килешеү төҙөмәҫкә ҡарар итте.

Тәҫораттар иҫ киткес. Матур ҡала һәм тоғро көйәрмәндәргә әйләнеп ҡайтыуыма бик шатмын. Өфө тураһында тик ыңғай хәтирәләр генә һаҡланған. Яңы миҙгелдә 4-се һан аҫтында уйнаясаҡмын. Әле составта яңы уйынсылар күп. Ҡайһы берәүҙәре менән боҙҙа шыуып өлгөрҙөк тә инде, ҡалғандары менән яҡын көндәрҙә танышырмын тип уйлайым.

Александр Алексеев, «Салауат Юлаев» клубы һаҡсыһы