Һуңғы 5 йылда Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыуға һәм мәҙәни проекттарға 3 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән. «Мәҙәниәт» һәм «Ғаилә» милли проекттарында, шулай уҡ төрлө дәүләт программаларында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә 170-кә яҡын мәҙәниәт объекты төҙөлә һәм капиталь ремонтлана, тағы ла 126 мәҙәниәт учреждениеһы заманса ҡорамалдар һәм музыка ҡоралдары ала. «Кесе ватан мәҙәниәте» партия проекты 492 ауыл клубының һәм 9 театрҙың матди-техник базаһын нығытырға ярҙам иткән. Улар өсөн сәхнә кейемдәре, костюмдар, музыка ҡоралдары, төрлө ҡорамалдар, тамашасы ултырғыстары һатып алынған, ә театрҙар репертуары 52 яңы спектакль менән тулыланған. Бынан тыш, республиканың ижади коллективтары бөтә Рәсәй фестивалдәрендә һәм конкурстарында йышыраҡ ҡатнаша, беҙҙең театрҙар үҙҙәре ҙур саралар, шул иҫәптән халыҡ-ара саралар үткәрә. Шулай уҡ ирекмәндәр мәҙәниәт йорттарында маскировка селтәрҙәре үрә, шәмдәр ҡоя, бында гуманитар ярҙам туплана, һуңынан ул фронтҡа оҙатыла, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы.