Хөкүмәттә һыуҙағы фажиғәләрҙе кәметеү буйынса яңы бурыстар ҡуйылды

Йыл башынан һыу объекттарында 71 кешенең ғүмере ҡыйылған, үлем осраҡтарының күбеһе һыу инеү миҙгеле башланғас теркәлгән. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса Комиссия ултырышында белдерелде. Уны хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов алып барҙы. Ултырышта фажиғәле осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында профилактикаға иғтибарҙы арттырыу бурысы ҡуйылды. Эҫе көндәрҙең проблемаһы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Саптарҙа ла йөрөйҙәр, һыу ҙа инәләр, ут та яғалар. Күптәр өсөн ҡанун-ҡағиҙәләр улар өсөн яҙылмаған һымаҡ. Был категория инспекторҙарҙың иҫкәртеүенә лә ҡолаҡ һалмай, хатта, үҙҙәренең иркен сикләү тип ҡабул итә, һүҙгә килешә. Һәм тап улар күберәк бәлә-ҡазаға тарый ҙа инде.

Хөкүмәт комиссияһы ултырышында билдәләнеүенсә, һыуҙа һәләк булғандарҙың 94 проценты рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән, ә 70 проценты иҫерек булған. Балаларҙың үлем осраҡтары ла өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығына бәйле. Шулай уҡ бәләкәй суднолар менән идара итеү ҙә фажиғәгә килтереүе ихтимал. Был аҙнала ике гидроцикл бәрелешеү һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Миҙгел башланғандан алып инспекторҙар 11 бәләкәй судноны штраф туҡталҡаһына оҙатҡан. Бар фажиғәләр ҙә бәлә-ҡаза мине урап үтәсәк, тип артыҡ ышаныуҙан башлана, тип билдәләнде ултырышта.

Башҡортостан муниципаль берәмектәре тарафынан 400-ҙән ашыу һыу ятҡылығында махсус урындар әҙерләгән, уларҙың 200-е йыһазландырылған пляждар. Ағиҙел буйында ял итеүселәр әйтеүенсә, биләмәлә һыу инеү зонаһы билдәләнгән, ҡотҡарыусылар эшләй. Пляжға шәхси автомобилдә генә түгел, йәмәғәт транспортында ла килеү уңайлы.

Ултырышта Асҡын районы ауылдарын һыу баҫыу, ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләре тураһында ла һүҙ барҙы. Һыуҙан 4 ауыл халҡы зыян күрә. Белгестәр йылға буйҙарында урынлашҡан һәм һыу баҫыу ҡурҡыныс янаған ауылдарға страховкалау тураһында онотмаҫҡа кәңәш итә. Был юғалтыуҙарҙы ҡапларға ярҙам итәсәк. Ут менән һыуҙан бер нәмә лә ҡалмай, айыҡ аҡыл, уяулыҡ ҡына зыян күләмен кәметергә, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә тип билдәләнде ултырышта.

Рәмзиә Кәримова