Башҡортостанда авиация һөйөүселәрҙең юбилей слеты башланды

Кушнаренко районы «Первушин» аэродромында «Асыҡ күк йөҙө» ХХ Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слеты башланды. Өс көн дауам итәсәк сарала эшлекле осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, тамашасылар өсөн авиашоу ҡаралған. Форумды рәсми асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин репортажы.

Легендар һауа судноһы йәнә күк йөҙөнә уҡталырға йыйына. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында төҙөлгән уҡыу самолеты Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында лайыҡлы хәрби юл үтә. Уны бөгөн дә музей экспонаты тип кенә ҡабул итеп булмай, боронғо самолет сафта ҡала.

«Первушин» аэродромы йәнә авиация һөйөүселәрҙе бергә йыйҙы. 20-се тапҡыр уҙғарылған Бөтә Рәсәй юбилей слеты «Первушин» аэродромының 15 йыллығына арналған сараларҙы ла үҙ эсенә алған.

Йола буйынса программала самолеттар күргәҙмәһе, авиашоу, парашютсылар сығышы көтөлә. Быйылғы сараның төп үҙенсәлеге икеләтә юбилейға арналыуында. Бөтә Рәсәй слеты 20-се тапҡыр ойошторолһа, беҙҙең аэродром 15 йыллығын билдәләй. Әлеге сара авиация мәҙәниәтен туризм аша үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Сергей Миңлеғолов, «Первушин» кесе авиация аэродром комплексы етәксеһе

Көн дауамында аэродромға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш, яҡын сит илдәрҙән дә махсус ҡунаҡтар йыйылды. Ҡаҙағстан пилоттары мәҫәлән, Башҡортостанда үткән сараларҙа даими сығыш яһай. Улар өсөн бындай осрашыуҙар тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла.

Азат Ғәлиуллин