2 август-Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө. Ошо дата айҡанлы илдең һәм республиканың төрлө төбәктәрендә байрам саралары үтә. Өфөнөң Киров районында ойошторолған митингта йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан десантсылар тәбрикләнде. Сара ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштергән Юнармеецтар скверында үтте. Рәсәй Ҡораллы көстәренең элитаһы һаналған зәңгәр береттар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Зәңгәр береттар, ҡанатлы пехота. Йәмғиәттә һауа-десант ғәскәрҙәренең төрлө атамалары бар, әммә был уның асылын, әһәмиәтен үҙгәртмәй. Десантсылар һәр заманда ла Рәсәй армияһының төп көсө булып иҫәпләнә. Улар ғүмер буйы «Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел» тигән девизына тоғро ҡала.
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары Өфөнөң Киров районында башланды. Был осраҡлы түгел, муниципаль берәмек десантсыларҙың икенсе тыуған йорто һымаҡ. Райондың юнармеецтар скверында ҡаһарман десантсыларға бюстар ҡуйылған. Улар араһында Советтар Союзы Геройы Василий Маргелов та бар. Генерал зәңгәр береттарҙың атаһы тип иҫәпләнә. Байрам сараһына Ставрополь крайынан Геройҙың бүләсәре лә килгән.
Тантаналы сарала йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан десантсылар тәбрикләнде, махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәткән ирекмәндәр билдәләп үтелде. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, һауа-десант ғәскәрҙәре байрамын Ватанды һаҡлаусылар көнөнә тиңләргә мөмкин. Ҡанатлы пехота һәр заманда ла тыуған илгә тоғролоҡ, йәш быуын өсөн илһөйәрлек өлгөһө булып тора.
Байрам тәбрикләү сығыштары, зәңгәр береттарға арналған йыр-моң менән үрелеп барҙы. Десантсылар скверҙағы бюсттарға сәскәләр һалды, аралашты, эш йүнәлештәрен билдәләне. Һауа-десант ғәскәрҙәренә арналған төп сара иһә йәкшәмбе көнө «Патриот» хәрби паркында уҙасаҡ.
Һауа десант ғәскәрҙәре Рәсәй ҡораллы көстәренең элиталы бүлексәһе, төп көсө һанала. Был ғәскәргә тик физик һәм рухи әҙерлекле егеттәрҙе генә һайлап алалар. Зәңгәр береттар әйтеүенсә, десантсылар илһөйәрлеге, берҙәмлеге менән дә айырылып тора. Шуға күрә махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән үк һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандарының алғы һыҙыҡҡа юлланыуы, ил именлеге һағында булыуы осраҡлы түгел.
Р. Кәримова