Бөгөн иртән «Пилотһыҙ хәүеф» режимы иғлан ителде. Ошо сәбәпле баш ҡала аэропортында һауа судноларына сикләүҙәр индерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, пилотһыҙ осоу аппаратының сираттағы һөжүме кире ҡағыла. Атып төшөрөлгән дрондың емереклектәре арҡаһында Өфөнөң сәнәғәт биләмәһендә төтөн сыға. Урындағы бөтә хеҙмәттәр ҙә эҙемтәләрҙе тиҙ арала бөтөрә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр теркәлмәй.