Шәхси ер биләмәһе лә, кландың туҡланыу урыны ла түгел. Дәүләт Думаһы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Алексей Журавлев Нефтекама тураһында шулай тип белдерҙе. Һүҙ ҡаланың үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы ерҙәренең баҫып алыныуы хаҡында бара. Депутат хәлде тикшереүҙе һорап Рәсәй Тәфтиш комитетына, Башҡортостан прокуратураһына һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең төбәк идаралығына мөрәжәғәт иткән. Быға ҡала халҡының бизнесмен Рафил Мәүлиевтың эшмәкәрлегенә ҡарата күп һанлы ялыуҙары сәбәпсе була. Уның ҡарамағындағы «Рубин» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аша эшҡыуар, ғариза биреүселәр версияһы буйынса, ҡала үҙәгендәге участкаларҙы осһоҙға һатып ала, ысынында уларҙың реаль баҙар хаҡы, баһалауҙар буйынса, миллиард һумға етә. Элек был биләмәлә парк зонаһы булған. Йәмәғәт киңлеге урынына хәҙер унда «Гулливер» мәҙәни-ял итеү үҙәге төҙөлә, ул ғәмәлдә сауҙа объекты булып тора. Парламентарий законһыҙ рәүештә тартып алынған дәүләт милкен кире ҡайтарыуға өлгәшергә ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 июлдә Ҡала Советы депутаттары бер тауыштан Рафил Мәүлиевтың улын Өфө мэры вазифаһынан бушатты.