Тарихи документтарҙа 1943 йылдың тап 1 авгусы Муса Ғайса улының батырлыҡ күрһәткән көнө тип яҙып ҡалдырылған. Ошо уңайҙан ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен йөрөткән скверҙа байрам сараһы үтте. Майҙанда Муса Гәрәевтың биографияһы тураһында бәйән иткән күргәҙмә менән танышырға була ине. Бында геройҙың фотоһүрәттәре, иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланған. Унан башҡа, байрамда ҡатнашыусылар иғтибарына ретро-техника, һуғыш ҡоралдары күргәҙмәһе лә тәҡдим ителде.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Муса Гәрәев штурмлау авиацияһының ИЛ-2 самолетына идара итә. Дошман көстәрен юҡ итеүҙә ҡатнаша. Фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыйыу летчик бик күп хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә. Хәрби юлын Сталинградта сержант дәрәжәһендә башлаған яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы аҙағына майор, полк штурманы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемдәренә лайыҡ була.