Үрге Ҡыйғы ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы «Мәғарифты үҫтереү» федераль программаһына индерелгән. Капиталь ремонт «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Учреждениены кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителгән. Был йәһәттән өҫтәмә килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Капиталь ремонт график буйынса алып барыла, объектты ваҡытында тапшырыу күҙаллана.
Бина 1982 йылда төҙөлгән һәм 138 балаға иҫәпләнгән. Проектты финанслау күләме 31 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Бөгөн учреждениеның йылытыу, һыу, электр үткәргестәре һәм канализация тулыһынса яңыртылған. Эске биҙәкләү эштәре лә ойошҡанлы алып барыла. Капиталь ремонт балалар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Әйткәндәй, быйыл республикала 6 балалар баҡсаһы, шулай уҡ 6 колледж һәм 41 мәктәп капиталь ремонтлана. Дөйөм алғанда, һуңғы дүрт йыл эсендә генә Башҡортостанда 181 мәктәп бинаһы тәртипкә килтерелгән, уларҙа 72 меңдән ашыу бала белем ала.