Тимер юлсылар һөнәри байрамын билдәләй. Өфөнөң Дим районында Тимер юлсылар көнө уңайынан тантаналы сара уҙҙы. Тармаҡ ветерандары, оҙаҡ йылдар тимер юл хеҙмәтенә тоғро ҡалған эшселәр тәбрикләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тимер юлсылар көнө августың тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә. Байрам алдынан тармаҡ хеҙмәткәрҙәре йола буйынса Дим районының мәҙәниәт һәм ял паркында йыйылды. Йыл һайын сараның Дим биҫтәһендә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Бында 139 йыл элек төҙөлгән тимер юл бөгөн дә мөһим роль уйнай.
Республикала тимер юл тармағында 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Ғаилә династиялары ла бик күп. Тимер юлсылар көнөндә уларҙың ҡайһы берҙәре айырым билдәләнде. Хеҙмәт алдынғыларына дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.
Урында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн тимер юлдары тарихын күҙ алдына баҫтырған махсус күргәҙмә лә ойошторолдо.
Республика тимер юлдары аша былтыр мәҫәлән, 52 мең миллион тоннанан ашыу йөк ташылған. Йылдан-йыл тимер юлы транспорты пассажирҙары өсөн заманса уңайлыҡтар тыуҙырыла. Йылдың тәүге биш айы һөҙөмтәләренә ярашлы, Куйбышев тимер юлы станциялары аша 8 миллион ярымға яҡын кеше сәйәхәт иткән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, пассажирҙар ағымы 4,3 процентҡа артҡан.
Азат Ғәлиуллин