Әбйәлилдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күсмә семинары үтте

Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре ҙур һәм татыу ғаилә. Ошондай исем аҫтында Әбйәлил районы Байым ауыл биләмәһендә гүзәл заттарҙың күсмә семинары үтте. Яйҡар ауылында ойошторолған сара эшлекле һөйләшеүҙәргә лә, оҫталыҡ дәрестәренә лә, йыр-моңға ла бай булды. Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының башланғысы тураһында беҙҙең киләһе репортаж.

Яйҡарҙар ҡунаҡтарҙы ауыл осондағы стела янында ҡаршы ала. Ул быйыл «Һаумыһығыҙ ауылдаштар» байрамы айҡанлы ҡуйылған. Яйҡарҙар әйтеүенсә, яҡташтар осрашыуына халыҡ ныҡлы әҙерләнгән, урамдар, йорттар төҙөкләндерелгән, төрлө саралар ойоштороу өсөн махсус зоналар яһалған. Шуға күрә Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының тәүге күсмә семинарын да тап ошо биләмәлә ойоштороу нигеҙһеҙ түгел.

Байым ауыл биләмәһендә күбәләк ырыуы вәкилдәре йәшәй, улар элек-электән ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫталығы, берҙәмлеге менән дан тота. Гүзәл заттар күсмә семинарға күбәләк ырыуына ғына хас йорт йыһаздарын, көнкүреш әйберҙәрен алып килгән. Күргәҙмәлә бер нисә быуат тарихы булған боронғо ҡомартҡыларҙы күрергә ммөкин.

Күсмә семинарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәре, аш-һыу бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, аралашты, фекер алышты. Сара дәртле бейеүҙәргә лә, йыр-моңға ла бай булды. Семинарҙа ҡаһарман улдар тәрбиәләгән әсәйҙәр, махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә гуманитар ылау әҙерләгән ирекмәндәр билдәләнде.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап үҫешеп булмай. Үҫеш өсөн башҡаларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, аралашыу, фекер алышыу мотлаҡ. Һәр ауыл биләмәһенең дә үҙенә генә хас күркәм традициялары бар.

Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, уның ғаиләһе лә, яҡындары ла бәхетле, ул барыһына ла йылылыҡ, иғтибар өләшеп, йәм, нур сәсеп йәшәй. Әммә бының өсөн тәү сиратта гүзәл заттың үҙенең эске донъяһы бөтөн булырға, ул йәмғиәттә үҙ урынын табырға, рухи һәм матди яҡтан көслө булырға тейеш. Күсмә семинар ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде, сара ҡатын-ҡыҙҙарға бар яҡлап та камиллашырға өйрәтә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтә. Киләһе күсмә семинар райондың Хәмит ауылы биләмәһендә үтәсәк.

Р.Кәримова