Сара 28 июлдә билдәләнгән халыҡ-ара гепатитҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған. Эндокринологтар әйтеүенсә, бауыр сәләмәт булһын, һөҙөмтәле эшләһен һәм организмдан токсиндарҙы сығарһын өсөн рационға аҡһым, йәшелсә һәм файҙалы майҙар индерергә кәрәк.
Бауыр аҙыҡтарҙы фильтрҙан үткәреү менән генә сикләнмәй, ул токсик матдәләрҙе зарарһыҙландырып организмдан сығара. Майҙарҙы эшкәртеү, витаминдарҙы үҙләштереү өсөн кәрәкле үтте лә етештерә.
Бауыр шулай уҡ организмға сир һәм инфекцияларға ҡаршы торорға ярҙам итә, иммуноглобулиндарҙы, интерферонды, антиесемдәрҙе синтезлау өсөн аҡһым һәм аминокислоталар менән тәьмин итә. Бауырҙың эшмәкәрлеген ҡатмарландырмау өсөн көндәлек рациондан ҡайһы бер аҙыҡтарҙы алырға кәрәк. Был «егәрле» ағзаға эшкәртеү үткән аҙыҡтар, консервалар, алкоголь зарар килтерә. Кофеинды күп ҡулланыу ҙа һис файҙаға түгел.