Турнирҙа Мәскәү командаһы еңеү яуланы. Икенсе урында Волгоград спортсылары, өсөнсө һөҙөмтәгә Санкт-Петербург вәкилдәре иреште. Рәсәй халыҡтары спартакидаһаы 2028 йылдағы Олимпия уйындарына һайлап алыу этабы булып тора. Ярыштар 7 төбәктә шул иҫәптән беҙҙең республикала үтә. Программала - спорттың 44 төрө. Башҡортостанда 6 йүнәлеш буйынса еңеүселәр асыҡлана.