Башҡортостанда Рәсәй халыҡтар спартакиадаһы үтә

Бөгөн велосипедсылар төркөм уҙышында ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар 120 километр үтергә тейеш була. Ир-егеттәр 160 километрға сыға. Велосипедсылар турниры Шишмә районында үтә. Башҡортостан  спорттың 6 төрөндә  спартакиада ярыштарын ҡабул итә. Триатлон буйынса  еңеүселәр асыҡланды.  Артабан, көрәш,  ишеү слаломы,  фехтование  һәм йөҙөү буйынса  ярыштар була.