Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бизнес үҫтереү өсөн ташламалы займ бирелә

Был программа 2025 йылда булдырылды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, процент ставкаһы  4 ярымдан башлана, 5 миллион һумға тиклем аҡса бирелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан эшҡыуарҙар "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты буйынса өҫтөнлөклө статус алды. Улар өсөн льготалар ҡаралған.