Башҡортостанда сауҙа үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр бар

"Ашығыс экспорт ярҙамы" командаһы Стәрлетамаҡтың 4 предприятиеһында булды. Уларҙы сит ил баҙарына сығарыу буйынса аныҡ план әҙерләнә. Логистика сығымдарының 75 процентын дәүләт иҫәбенә финанслау ҡаралған. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, ошо проект менән  54 районда булғандар, 600-ҙән ашыу компанияға консультация бирелгән. Эшҡыуарҙарға килеп уларҙың экспорт мөмкинлектәрен баһалайбыҙ, контракт төҙөгәнгә тиклем ярҙам күрһәтәбеҙ, тине  ул.