Мәғариф министрлығы проект әҙерләгән. Уға ярашлы, көҙгө каникул 26 октябрҙән 3 ноябргә тиклем була. Ҡышын балалар 31 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем ял итә. Яҙғы каникул 27 марттан 4 апрелгәсә дауам итә. Бынан тыш 1-се класс уҡыусылары өсөн февралдә өҫтәмә ял ҡаралған.