Иглин районында төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡ етештереү заводы урынлаштырыу проекты әҙерләнгән. Бында 130 миллион һум инвестиция кәрәк. 30 эш урыны булдырылырға тейеш. Тәҡдим Рәсәй инвестиция картаһында күрһәтелгән.
Республика үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан федераль картала 16 миллиард һумлыҡ проекттар урынлаштырған.