Радий Хәбиров баш ҡала хакимиәте машиналарын «Ватанды һаҡлаусылар» фондына тапшырырға ҡушты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баш ҡала хакимиәтендә маҡсатһыҙ ҡулланылған машиналарҙы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына тапшырырға ҡушты. Өфө етәкселегенә ҡаты тәнҡит яңғыраны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған айҙа ҡала советы депутаттары Тәфтиш комитетына муниципаль автотранспорттың законһыҙ ҡулланылыу ихтималлығына бәйле тикшереү ойоштороу мөрәжәғәте менән сыҡҡайны-был машиналар Башҡортостан Юғары судында эшләгән Татарстан судьяларының шәхси ихтыяжында файҙаланылған тигән мәғлүмәт бар. Законһыҙ эшкә йәлеп ителгән барлыҡ автомобилдәр махсус хәрби операция ветерандары хоҡуҡтарын яҡлаған фонд ҡарамағына алынасаҡ.

Юристар билдәләүенсә, муниципаль ҡаҙна иҫәбенә хеҙмәт автомобилдәрен маҡсатһыҙ файҙаланыуға тапшырыу осрағы буйынса коррупция тураһында ла һүҙ йөрөтөргә мөмкин