Радий Хәбиров колледждарҙа бюджет урындарын арттырырға ҡушты

Бер урынға дүрт ғариза. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһының һөҙөмтәләрен билдәләп, төбәктең мәғариф министрлығына мөмкин тиклем бюджет урындарын арттырыу маҡсаты ҡуйҙы. Был стратегик бурыстарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта республикала бөгөн белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау федераль программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән мөһим мәсьәләләр тураһында киләһе яҙмала.

Рәсәй геройы Тельман Уралбаевтың күкрәгендә хәҙер «Алтын йондоҙ» менән бергә Миңлеғәле Шайморатов миҙалы ла балҡый. 27-се мотоуҡсылар дивизияһының 506-cы полкы батальоны командиры билдәләүенсә, шәхси составта хәрбиҙәрҙең 70 проценттан ашыуы Башҡортостандан. «Красноармейскты азат иткәндә яҡташтарыбыҙ күрһәткән ҡаһарманлыҡ айырым иғтибарға лайыҡ,»- тине ул оло ғорурлыҡ менән бүләкләү тантанаһында.

Рәсәй геройы Тельман Уралбаев күрше өлкәлә тыуып үҫкән, тамырҙары Башҡортостандан.

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Оборона министрлығы менән илдең хәрби армия резервына дрондар һөжүменә ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Предприятиеларҙы һаҡлау буйынса әүҙем һәм пассив системалар һөҙөмтәле эшен күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта тотош республика халҡын борсоған мәсьәлә-яғыулыҡ менән тәьминәт тә контролдә тотолоуы билдәләнде.

Башҡортостанда мәғариф мөхите сифатын күтәреү буйынса ла саралар күрелә. Быйыл белем биреү ойошмалары капиталь ремонты президент программаһы буйынса 6 балалар баҡсаһы, 42 мәктәп һәм 6 колледж төҙөкләндерелә. Төбәк етәксеһе программаның юғары әһәмиәткә эйә булыуын һәм эштәрҙе ваҡытында үтәү мөһимлеген билдәләне.

Инфраструктура нығыу менән бер рәттән белем биреү сифаты ла арта. Оператив кәңәшмәлә Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре барланды, уҡыусылар йылдан-йыл яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең мәғариф министрлығына колледждарға студенттарҙы ҡабул итеү урындарын арттырыу мөмкинлеген дә ҡарарға ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы, иҡтисад, транспорт һәм юл хужалығы мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар ҙа ҡаралды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килгәндә, Красноусол балалар шифаханаһын яңыртыу буйынса саралар күреләсәге билдәләнде.

Гөлназ Хәйбуллина