Башҡортостанда 210 Берҙәм дәүләт имтиханы эше йөҙ баллға тапшырылған

Был турала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә яҙып сыҡты. Уҙған йылда иң юғары баллға тапшырырлған эштәр 159 ға еткән, ә 2023 был һандар 82 генә була. Ыңғай динамика һоҡландыра. Былтыр өс предмет буйынса 300 балл йыйған Алексей Лобов уңышын ҡабатлаусы булманы. Әммә бер юлы 11 уҡыусы 200 балл туплай алды. Иң юғары баһа алыусылар башлыса техник фәндәр буйынса имтихан тапшырыусылар. Төбәктәр алдында математика һәм башҡа теүәл фәндәр араһында уҡытыу сифатын арттырыу маҡсаты ҡуйылған. 2030 йылға йәштәрҙең 35 проценты йомғаҡлау аттестацияһы өсөн ошо предметтарҙы һайларға тейеш. Быйыл беҙҙә балаларҙың 41 проценты техник йүнәлеш һайлаған һәм беҙ алдынғы субъекттар исемлегендә. Мәктәп белеменә килгәндә алты предмет буйынса яҡшы баллдар йыйған уҡыусылар һаны артҡан. Бынан тыш 60 баллдан күберәк йыйыусылар һаны ла артҡан-уларҙың күбеһе Вуздарға уҡырға инәсәк тип күҙаллана. Һынауҙарҙы лайыҡлы үткән уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ҡотлайым. Бөтә педагогтарға рәхмәт. Һуңғы бер нисә йыл эсендә президент программалары буйынса мәғариф учреждениелары төҙөкләндерелде һәм беҙ уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрәбеҙ, тигән Радий Хәбиров посында.