Быйыл республиканың юғары белем биреү йорттарына 100 меңдән ашыу абитуриенттан ғариза килгән. Бер нисә Вуз-да ҡабул ителеүселәрҙең исемлеге билдәләнгән. Айырым квоталар буйынса-инвалидтар, етемдәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары исемлеге ҡаралған. Бөтә Рәсәй һәм министрлыҡ тарафынан билдәләнгән олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары имтиханһыҙ ҡабул ителә, уларға өҫтәмә стипендия бүленә. Төбәктә юғары уҡыу йорттары предприятиелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Байтаҡ студенттар һайлаған һөнәре буйынса практика үтеп аҙаҡ эшкә урынлаша. Дөйөм Башҡортостан вуздарында һәм урта белем биреү йорттарында 17 мең бюджет урыны ҡаралған.