Өфөлә Башҡортостан–Үзбәкстан бизнес-форумы үтәсәк

Өфөлә Башҡортостан-Үзбәкстан бизнес-форумы үтәсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән ике республика араһында эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләлренә туҡталды. Бизнес-форумда төрлө тармаҡтарҙа эшләгән 200-ләп предпритие етәксеһе ҡатнашасаҡ. Яҡтар төҙөлөш, ауыл хужалығы, мебель етешетереү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, туризм өлкәләрендә уртаҡ проекттарға нигеҙ һаласаҡ. Эшҡыуарлыҡ форумы сиктәрендә инвестиция проекттарына ҡул ҡуйыу, яҡын арала уларҙы тормошҡа ашырыу күҙаллана.