Өфөнән махсус хәрби операция яугирҙарына Нива автомобиле оҙатылды

«Ватанды һаҡлаусы» төбәк партия проекты сиктәрендә Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Нива автомобиле тапшырылды. Шулай уҡ машинаға адреслы посылкалар, маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы япмалар, автомобиль өсөн майлау материалдары, асҡыстар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тейәлде. Улар Рәсәй Оборона министрлығының өс подразделениеһы араһында бүленәсәк. «Ватанды һаҡлаусы» төбәк партия проекты спорт, хәрби, рухи-әхлаҡи, гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү кеүек дүрт төр йүнәлештә махсуслашҡан. Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, гуманитар йөк йыйыу һәм еткереү шулай уҡ төп маҡсаттарҙың береһе.