Башҡортостан юлдар сифаты рейтингында Рәсәй буйынса 14-се урынға күтәрелде

Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың автомобиль юлдары сифат рейтингында позицияларын яҡшыртып, Рәсәй субъекттары араһында 16-сы урындан 14-cегә күтәрелде. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы тәғәйенләнештәге юлдарҙың яҡынса 70 проценты норматив талаптарға тура килә. Йыл һайын республикала юл инфраструктураһын ремонтлау, төҙөү һәм яңыртыу буйынса күләмле эштәр башҡарыла.

Төбәк башлығы, республика Хөкүмәте тармаҡ мәсьәләләрен хәл итеүгә юғары иғтибар бүлә. Ремонт барышында юл билдәләре, яҡтыртыу ҡорамалдары, ҡаршылыҡ ҡоймалары ла урынлаштырыла. Күпер ҙә төҙөкләндерелә, хужалыҡ ҙур, реконструкция талап ителгән осраҡтар ҙа була. Министрлыҡ алдында ҡуйылған төп бурыс-ул сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар. Күп эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса башҡарыла.

Любовь Минакова, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры