Радий Хәбиров МХОла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә яңы ярҙам сараһы тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Документҡа ярашлы, улар өсөн Башҡортостан буйлап бушлай ике көнлөк экскурсия турҙары ойошторола. Республикала әле  Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандарға 55-тән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.  Улар иҫәбенә мәғариф һәм дауалау, фронттан ҡайтҡан ир-егеттәрҙе эшкә урынлаштырыу, реабилитациялау һәм социализациялау мәсьәләләре инә.