Шишмә районында велоуҙыш буйынса ярыштар тамамланды. Һуңғы көндө велосипедсылар төркөм уҙышында көслөләрҙе асҡланы. Ҡатын-ҡыҙҙар 120 километр үтергә тейеш булһа, ир-егеттәр 160 километрға сыҡты. Мәскәү вәкилдәре Анастасия Самсонова менән Даниил Мальцев чемпион исеменә лайыҡ булды. Фехтвание буйынса киләһе ярыштар баш ҡаланың Фехтвание үҙәгендә 8 августа башлана. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы 2028 йылдағы Олимпия уйындарына һайлап алыу этабы булып тора. Ярыштар 7 төбәктә шул иҫәптән беҙҙең республикала үтә. Программала - спорттың 44 төрө. Башҡортостанда 6 йүнәлеш буйынса еңеүселәр асыҡлана.